0%

Һоҡланғыс бөгөн иртә(шиғыр). Әхмәҙин Әфтәх

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Һоҡланғыс бөгөн иртә (шиғыр )
автор Әхмәҙин Әфтәх
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Һоҡланғыс бөгөн иртә


Һоҡланғыс бөгөн иртә,
Ап-аҡ ҡар ем-ем итә.
Көнләшепме Ҡыш бабай
Танау-битте семетә.
Әй, Ҡыш бабай, аҡ бабай,
Улай инде ярамай.
Етәр, тием, семетмә,
Өйгә бороп керетмә.
Күҙ һалайым барына,
Теймәм бөртөк ҡарыңа.
Бар балалар һоҡланһын,
Яҙҙым бына йырыма.
Үҙеңә лә оҡшар йыр,
Семетмәйсә тыңлап тор.
— Ап-аҡ ҡар ем-ем итә,
Һоҡланғыс бөгөн иртә!
 
 


1988 йыл